Мәктәп директорҙары кәңәшмәһе булып үтте.

27.02.2014 00:00

        Бөгөн Үҙбәк төп дөйөм белем биреү мәктәбендә мәктәп директорҙары кәңәшмәһе булып үтте. Барлыҡ район мәктәптәренән йыйылған ҡунаҡтар мәктәп тормошо менән яҡындан танышты, уҡытыусыларҙың эштәрен баһаланы, уҡыусылар әҙерләгән концерт программаһын ҡарап һоҡланды. Кәңәшмәлә күтәрелеп сыҡҡан проблемалар төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә ФГОС талаптарына ярашлы дәрес өлгөлөрен индереүгә арналды. Район методик бүлеге етәксеһе Мөхөтдинова Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы етәкләгән төп дөйөм белем биреү  мәктәптәре директорҙары һәм район мәғариф бүлеге методистары  күрһәтелгән асыҡ дәрестәрҙе яҡшы билдәһенә баһаланы, мәктәп коллективына тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләп таралышты.

 

Буклет.ppt (297984)